Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау һәм Һамар өлкәләре буйынса сик буйы идаралығы начальнигы менән осрашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Һамар һәм Һарытау өлкәләре буйынса сик буйы идаралығы начальнигы Сергей Митюшин менән осрашты. Сергей Митюшин был вазифаға 2013 йылдың 11 июлендә тәғәйенләнде. Уның ҡарамағында булған бүлексә республикала урынлашҡан. Осрашыу барышында «Өфө» халыҡ-ара аэропортында терминал һәм дәүләт сиге аша үткәреү пункты төҙөү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр итте генерал-майор Митюшин.

— Беҙ республика Президенты менән таныштыҡ һәм аралашыу барышында бергә хәл итәһе мәсьәләләр тураһында һөйләштек. Тәү сиратта, был аэропортты реконструкциялау. Яңыртыу эштәре бөгөнгө көндә башланып тора һәм 2015 йылға тейешле сараларға (ШОС һәм БРИКС саммиттарына) тамамланырға тейеш. Беҙҙең хеҙмәт йәһәтенән килеп тыуған мәсьәләләрҙе конструктив, һөҙөмтәле һәм ваҡытында хәл итеү тураһында һөйләшеп килештек. Республика етәксеһе бөгөнгө көндә сик һаҡсыларын борсоған мәсьәләләр хаҡында һорашты. Киҫкен проблемалар юҡ. Башҡортостан етәкселеге менән үҙ-ара аңлашып, артабан бергә эшләмәксебеҙ, — тине Сергей Митюшин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть