4 декабрь, Йәкшәмбе

22 август 2013 йыл, 16:02

Әбйәлил районы эшҡыуарҙарына 25 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Республика микрофинанслау үҙәге Әбйәлил районының ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән эшҡыуарҙарына ярҙам күрһәтәсәк.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәләкәй бизнесҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы сиктәрендә Әбйәлил районы эшҡыуарҙары өсөн микрозаймдарҙы ҡайтарып биреү сроктары арттырыласаҡ. Бынан тыш, процент ставкаһы йылына 10 проценттан 0,5 процентҡа тиклем кәметеләсәк. Шулай итеп, дөйөм ярҙам күләме 25 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Эшҡыуарҙар менән тейешле өҫтәмә килешеүҙәр Республика микрофинанслау үҙәгенең Асҡар ауылындағы офисында төҙөләсәк.