3 декабрь, Шәмбе

22 август 2013 йыл, 15:36

Башҡортостанда «Һин – яңғыҙ түгел» социаль акцияһы старт алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Республика почтамттарында оло йәштәгеләргә ярҙам йөҙөнән «Һин – яңғыҙ түгел» акцияһы старт алды, тип хәбәр иттеләр БР Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

1 октябргә тиклем теләгән һәр кеше Башҡортостандың ниндәй ҙә булһа почта бүлексәһенә инеп, ҡарттар йорттарында йәшәүсе кешеләргә  адресһыҙ хат, открытка йәки посылка ебәрә ала. Хатты йәки открытканы почта бүлексәһендә ҡуйылған махсус йәшниккә һалырға йәки почта бүлексәһе операторына бирергә кәрәк. Бынан тыш, бүләккә аҡса ебәрергә, ниндәй ҙә булһа гәзит-журналға яҙылырға мөмкин.

«Һин – яңғыҙ түгел!» акцияһы тәүге тапҡыр Рәсәй почтаһы тарафынан 2012 йылда уҙғарылды һәм иң яҡшы социаль проекттарҙың береһе тип танылды. 2012 йылда «Рәсәй почтаһы» предприятиеһының Башҡортостан филиалы тарафынан ике меңгә яҡын открытка, хат һәм бүләкле посылка йыйылды. Акцияла өлкәндәр генә түгел, балалар – мәктәп уҡыусылары, кадеттар, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, төрлө йәмәғәт ойошмалары ирекмәндәре лә әүҙем ҡатнашты.

2013 йылда йыйылған хаттар һәм бүләктәр адресаттарға 1 октябрҙә, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә тапшырыласаҡ.