11 декабрь, Йәкшәмбе

22 август 2013 йыл, 15:08

БР Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы һайлаусылар менән «тура бәйләнеш» үткәрәсәк

автор: Мәүлиҙә Яҡупова

27 августа 11.00-12.00 сәғәттәрҙә БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән «тура бәйләнеш» үтә. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы 8 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.

Асыҡ форматтағы был диалог 8 800 347 5454 күп каналлы линия телефоны буйынса үтәсәк. Әлеге номер «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мегафон» һәм БР «СОТЕЛ» абоненттары өсөн бушлай. Башҡа кеҫә телефоны операторҙары абоненттары өсөн — 8 (347) 250-25-95, бәйләнеш кеҫә телефоны операторы тарифтары буйынса түләнә.

Һорауҙарҙы алдан 8 (347) 250-67-34 телефоны буйынса бирергә йәки «Тура бәйләнеш» билдәһе менән pressa@cikrb.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин.

Һайлаусыларҙың һорауҙарына яуаптар республика гәзиттәрендә баҫыласаҡ, шулай уҡ БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырыласаҡ.