11 декабрь, Йәкшәмбе

22 август 2013 йыл, 12:30

Өфөлә яңы мәсет асыласаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Йома, 23 августа, Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә «Дания» мәсете асыласаҡ. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы мәсет Тимашев ҡасабаһында урынлашҡан.

Мәсет асыу тантанаһында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм БР Хөкүмәте ҡарамғындағы Дин эштәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков ҡатнашасаҡ.

Байрам ҡунаҡтары мәсет эргәһендә ағас ултыртасаҡ. Улар өсөн шулай уҡ байрам өҫтәле ойоштороласаҡ.

Тимашев ҡасабаһында бығаса мәсет булмаған, мосолмандар намаҙ уҡыу өсөн бәләкәй бер бүлмәлә йыйылған. 2009 йылда мәсеткә нигеҙ һалынған, әммә аҡса булмау сәбәпле төҙөлөш эштәре бик яй барған. Ғибәҙәтхана руханиҙарҙың аҡсаһына төҙөлгән. Һәм 2011 йылдың аҙағында хәйриә фондтарының береһе был маҡсатҡа 1,5 миллион һум аҡса күсергән.

Мәсеттең ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе 80 кешене һыйҙыра, цоколь ҡатында 60 урынға иҫәпләнгән ашхана урынлашҡан, шулай уҡ имам өсөн айырым бүлмә бар.

темалар: дин,мәсеттәр