3 декабрь, Шәмбе

22 август 2013 йыл, 12:06

Учалыла ветерандар өсөн клуб асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

21 авуста Учалыла «Ветеран» клубы асылды. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, ҡалаға нигеҙ һалыусылар, пенсионерҙар өсөн был ваҡиға ҙур байрамға әүерелде, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттың мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Клуб бинаһы 1957 йылда, Учалыға ҡала статусы бирелгәнгә тиклем үк төҙөлгән. Тәүге йылдарҙа бинала төрлө учреждениелар урынлашҡан, 2011 йылда ул Ветерандар советына файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр район хакимиәте бында капиталь ремонт үткәрергә ҡарар иткән. Был маҡсаттарға муниципаль район бюджетынан ике миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.

— Клубҡа ремонт үткәрергә һүҙ биргәйнем. Һәм бөгөн был яңыртылған йортто һеҙгә тапшырабыҙ. Әммә был, һеҙ башҡарған эштәр менән сағыштырғанда, бик аҙ. Һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, артабан да ярҙам итергә һүҙ бирәбеҙ, — тип мөрәжәғәт итте ветерандарға район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев.

Бинала тулыһынса ҡыйыҡ алмаштырылған, заманса тәҙрәләр ҡуйылған, сантехника йыһаздары яңыртылған, фасад, электр селтәре ремонтланған.

Клубтың беренсе ҡатында — бильярд уйнау өсөн бүлмә, осрашыуҙар һәм төрлө саралар үткәреү өсөн ултырыштар залы, икенсе ҡатында китапхана урынлашҡан.

темалар: ветерандар