8 декабрь, Кесе йома

22 август 2013 йыл, 10:31

Баш ҡалала бер майҙанда «Мәктәп баҙары» һәм ауыл хужалығы йәрминкәһе үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

24 һәм 25 августа Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда «Мәктәп баҙары» һәм ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә.

«Мәктәп баҙары»нда Стәрлетамаҡтың «Кейем» фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Бөрө тегеү фабрикаһы» фирмаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ тауарҙарын тәҡдим итәсәк.

Республиканың 16 районы хужалыҡтары ит, йәшелсә, бал, һөт ризыҡтары тәҡдим итәсәк.

«Мәктәп баҙары» һәм ауыл хужалығы йәрминкәһе 9.00-17.00 сәғәттәрҙә эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

темалар: йәрминкәләр