5 декабрь, Дүшәмбе

22 август 2013 йыл, 10:08

Башҡортостан Президенты Invest AD компанияһының генераль директоры менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

21 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Берләшкән Ғәрәб Әмирлектәренән Invest AD компанияһының генераль директоры Назем Фавваз Аль-Кудси менән осрашты. Сарала төрлө өлкәләрҙә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Һеҙ етәкләгән фонд эшмәкәрлеге менән танышбыҙ. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән ресурстар йәлеп итеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе ойошторорға теләр инек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙе инвестициялар, шулай уҡ төрлө фондар булдырыу ҙа ҡыҙыҡһындыра. Бергәләп эш итеү механизмдарын һәм формаларын тикшерергә мөмкин. Һеҙҙең фондтың Рәсәй Һаҡлыҡ банкы менән стратегик партнер булыуын беләм. Был йәһәттән дә хеҙмәттәшлек итеү варианттары бар. Бергәләп эш итеү өсөн бер нисә проект тәҡдим итә алабыҙ, — тине республика Президенты.

— Һеҙҙең республикаға, Рәсәйгә килеүебеҙгә шатбыҙ. Күп кенә коллегаларыбыҙ тап һеҙҙең республикаға барырға кәңәш итте. Хеҙмәттәшлек итеү өсөн төрлө варианттарҙы ла ҡараясаҡбыҙ. – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Аль-Кудси әфәнде.

Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау һәм туризм өлкәләрендә бергәләп эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр итте Invest AD компанияһының генераль директоры журналстар менән аралашыу барышында.

— Республикалағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының үҫешкән инфраструктураһына, Башҡортостанда булған тәжрибәгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙек. Башҡортостандың агросәнәғәт өлкәһендә ҙур мөмкинлектәре бар. Беҙ әлеге ваҡытта республикала тормошҡа ашырылған проекттар менән танышып сыҡтыҡ. Ҡайһы берәүҙәрендә ҡатнашырға, уларҙы тормошҡа ашырырға әҙербеҙ, — тип белдерҙе Invest AD компанияһы етәксеһе.

Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.