11 декабрь, Йәкшәмбе

22 август 2013 йыл, 9:38

Өфө уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә идара итеүҙең инновацион механизмдары тикшерелде

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә шаршамбы, 21 августа, баш ҡаланың мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте. Сарала заманса социаль-иҡтисади шарттарҙа идара итеүҙең инновацион механизмдары тикшерелде. Кәңәшмәне Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов алып барҙы. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2016 йылға Өфөлә яҡынса 105 мең уҡыусы буласаҡ, ҡалала булған мәктәптәр етмәйәсәк, тип билдәләне ул үҙенең сығышында. «Был мәсьәләне хәл итеү өсөн, яңы мәктәптәр генә түгел, ә комплекстар төҙөргә кәрәк. Улар мәктәпте, балалар баҡсаһын, өҫтәмә белем биреү учреждениеһын үҙ эсенә алырға һәм ике мең балаға иҫәпләнгән булырға тейеш. Комплекстар микрорайондарҙа булдырыласаҡ. Учреждениеларҙы берләштереү киләсәктә финанс ресурстарын рациональ файҙаланыу ғына түгел, ә педагогтарҙың интеллектуаль мөмкинлектәрен һәм матди-техник ресурстарҙы берләштерергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн профилле предметтар һайлау мөмкинлеге киңәйәсәк», — тип иҫәпләй Өфө хакимиәте башлығы.

Ирек Ялалов хәбәр итеүенсә, мәғариф системаһын яңыртыу сиктәрендә 2011-2013 йылдарҙа федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан 608 миллион һум аҡса бүленгән. Баш ҡаланың белем биреү системаһы матди-техник базаһын ярайһы уҡ яҡшыртҡан. Әммә иң мөһим социаль һөҙөмтә – ул уҡытыусыларҙың, балалар баҡсаһы һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу.

темалар: мәғариф