10 декабрь, Шәмбе

21 август 2013 йыл, 17:57

Рөстәм Хәмитов һәм Геннадий Корниенко 1-се тикшереү изоляторын Иглин районына күсереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Федераль яза башҡарыу хеҙмәте етәксеһе Геннадий Корниенко шаршамбы, 21 августа, Өфөлә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Иглин районының Верный ауылы янында комплекс төҙөүгә ҡағыла. Унда әлеге ваҡытта Өфөнөң Достоевский урамында урынлашҡан 1-се тикшереү изоляторы күсереләсәк.

— Рәсәй Президенты беҙҙең структура алдына өҫтөнлөклө бурыстар ҡуйҙы. Улар араһында – инфраструктураны үҫтереү, һаҡ аҫтында тотоу стандарттарына яуап биргән заманса комплекстар төҙөү, — тине Геннадий Корниенко. – Беҙҙең учреждениеларҙың мегаполис үҙәгендә булыуы бик үк яҡшы түгелдер. Улар, әлбиттә, кәрәк, әммә бындай урындарҙа түгел. Проект ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ, тип уйлайым. Был пилот проекты булып тора, республика беренсе буласаҡ. Мәсьәлә башҡа төбәктәрҙә лә тикшерелде, һеҙҙә ул нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. Әлеге программаға иғтибар бүлгәнегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәм.

— Ҡала өсөн был ысынында ла актуаль проект. Күптәрҙең был учреждениены ҡаланан күсереү тураһында хыялланыуын беләм. Ундағы шарттар ҙа тейешле кимәлдә түгел, бүлмәләр ҙә етешмәй, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала янында объект төҙөү өсөн федераль милектә булған 17,3 гектар майҙан бүленәсәк. Бина мең кешене һаҡ аҫтында тотоуға иҫәпләнгән. Бөгөнгө көндә 1092 кешегә иҫәпләнгән 1-се тикшереү изоляторында 1600 кеше урынлаштырылған. Корпустар 80 процентҡа иҫкергән.

Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, комплекс төҙөү өсөн биш миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ. Сығымдарҙың яртыһын – федераль бюджет, икенсе яртыһын инвесторҙар ҡаплаясаҡ. Һуңғылары бының урынына бушатылған территорияға эйә буласаҡ. Әлеге ваҡытта был территорияла 1-се тикшереү изоляторы һәм 10-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы урынлашҡан. Инвесторҙар әлегә билдәләнә. Достоевский урамы, 39 адресы буйынса урынлашҡан 10-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы ябылырға тейеш. Әлеге ваҡытта ундағы хөкөм ителгән кешеләр башҡа холоҡ төҙәтеү учреждениеларына күсерелгән, тип аңлаттылар Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.