3 декабрь, Шәмбе

21 август 2013 йыл, 16:40

Бөрйән районында Афған һуғышында ҡатнашыусыларға стела ҡуйыу планлаштырыла

автор: Людмила Терновая

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Афған һуғышында ҡатнашыусыларға стела ҡуйыу планлаштырыла. Был хаҡта Афған һуғышы ветерандарының БР «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов менән осрашыуында әйтелде.

Йәмәғәт ойошмаһы рәйесе ветерандарҙы бергә булырға һәм бер-береһенә ярҙам итергә саҡырҙы. Осрашыуҙа локаль һуғыш ҡорбандарының хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Ветерандар ауылда Афған һуғышында ҡатнашыусыларға арналған стела урынлаштырыу мөмкинлеген тикшерҙе. Буласаҡ һәйкәлдең проекты тәҡдим ителде, ул урындағы хакимиәт кимәлендә раҫланған да инде. Һәйкәл тюльпан формаһында буласаҡ. Таш сәскәлә һуғышта ҡатнашыусыларҙың исеме уйып яҙыласаҡ. Стеланы район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда урынлаштырыу планлаштырыла. Әлегә проектты финанслау мәсьәләһе хәл ителмәгән. Уны тормошҡа ашырыуға яҡынса 150 мең һум аҡса кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Афғанстанда Бөрйән районынын 70 кеше хеҙмәт иткән.