10 декабрь, Шәмбе

21 август 2013 йыл, 13:23

Баш ҡалала «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталышы янында яңы ер аҫты үткәүеле асылды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

21 августа Өфөнөң Октябрь проспектындағы «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталышы янында йәйәүлеләр өсөн яңы ер аҫты үткәүеле асылды. Объектты асыу тантанаһында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Төҙөлөш эштәре 2012 йылдың июлендә башланды. Үткәүелдең киңлеге – алты метр, оҙонлоғо 49 метр тәшкил итә. Уның менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә файҙалана аласаҡ – бында алдағы ваҡытта күтәрелмәле платформалар ҡуйыласаҡ, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған.

Объекттың смета буйынса хаҡы 40 миллион һум тәшкил итте, төҙөлөш эштәре һәм кәрәкле материалдар тулыһынса республика бюджетынан финансланды. Бөгөнгө көндә средстволар тулыһынса файҙаланылған.

— Эштәрҙе бер ай алдан тамамланыҡ, — тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы Асҡар Фәйзуллин. — «Дан бульвары» туҡталышы янында йәнә бер ер аҫты үткәүелен төҙөү тамамланып килә, уны сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Яңы үткәүелдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов булды. Объектты ҡарағандан һуң, ул төҙөүселәргә инвалид коляскалары төшөп менә торған урындарҙы ата-әсәләргә балалар коляскалары менән үтеп йөрөү өсөн дә уңайлы итеп эшләргә кәңәш итте.

— Балалар коляскалары өсөн был төшөү урындары үтә киң, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ер аҫты үткәүеле менән балалы әсәләр ҙә файҙалана алһын өсөн, махсус ҡорамалдарҙы аҙағынаса эшләп бөтөргә кәрәк.