10 декабрь, Шәмбе

21 август 2013 йыл, 12:28

Өфөлә мәктәп велопарады үтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

31 августа Өфөнөң Затон биҫтәһендә II мәктәп велопарады үтә. Балалар «Тулҡын» паркынан алып «Йылғасы» стадионына тиклем ҙур колонналар менән үтәсәк. Стадионда төрлө ярыштар һәм конкурстар ойоштороласаҡ. ВМХ (спорт төрө) профессионалдары тамашасыларға үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Байрамда ижади коллективтарҙың да сығыштары көтөлә.

Сарала белем биреү учреждениелары уҡыусылары, шулай уҡ барлыҡ теләүселәр ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Башлана – 12.00 сәғәттә.