10 декабрь, Шәмбе

21 август 2013 йыл, 12:11

Стәрлетамаҡ районында «Йәш боксер» профилле лагеры асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Стәрлетамаҡ районының «Колос» балалар сәләмәтләндереү лагеры нигеҙендә спортсылар өсөн «Йәш боксер» профилле лагеры үҙ ишектәрен асты. Көн һайын егерме биш кеше яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеп, профессиональ оҫталыҡ кимәлен арттыра аласаҡ, яңы дуҫтар табыу, тиҫтерҙәр менән аралашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Лагерь программаһында билдәле спортсылар һәм тренерҙарҙан оҫталыҡ дәрестәре, Афғанстан һәм Чечня һуғыштары ветерандары менән осрашыуҙар, үҫмерҙәр араһында кире күренештәрҙе иҫкәртеү буйынса белгестәр менән аралашыу планлаштырылған.

Лагерь әлеге спорт төрөн популярлаштырыу маҡсатында асылды. Сентябрҙә районда бокс буйынса яңы секциялар асыласаҡ, тип хәбәр иттеләр Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетынан.

темалар: йәйге ял,бокс