10 декабрь, Шәмбе

21 август 2013 йыл, 11:24

БДМУ белгестәре район дауаханаларында эшләгән хирургтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштора

автор: Людмила Терновая

Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры, дөйөм хирургия кафедраһы мөдире, профессор Мәжит Нартайлаков республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән табиптар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәренең осрашыуы Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында үтте.

— Урындарҙа ойошторолған оҫталыҡ дәрестәре ярҙамында райондарҙа эшләгән табиптар ауыр операцияларҙы хәҙер үҙ аллы үткәрә ала, пациенттарға бының өсөн баш ҡалаға килергә кәрәкмәй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мәжит Нартайлаков.

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бындай уҡыуҙар уларҙың квалификацияһын күтәреү ихтыяжынан сығып ойошторола. Әлеге ваҡытта Дыуан районының Мәсәғүт ауылында яңы корпус асылырға тора, унда травматология һәм перинаталь үҙәктәр, ҡан тамырҙары бүлеге урынлашасаҡ. Үҙәк заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.

— Яңы корпус асылғандан һуң, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы медицина университетының клиник базаһына әйләнәсәк, — тип билдәләне БДМУ ректоры Валентин Павлов. – Был төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән табиптар өсөн оҫталыҡ дәрестәрен йышыраҡ үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.

темалар: һаулыҡ һаҡлау