11 декабрь, Йәкшәмбе

21 август 2013 йыл, 10:36

Рөстәм Хәмитов: «Тармаҡ фәнен тергеҙмәй тороп, артабанғы үҫеш мөмкин түгел»

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, төбәктә тармаҡ фәнен тергеҙеү зарур. Һүҙ, тәү сиратта, заводтарҙа, предприятиеларҙа ғилми-тикшеренеү үҙәктәрен булдырыу практикаһына әйләнеп ҡайтыу тураһында бара. Был хаҡта республика башлығының Күмертау ҡалаһы активы менән осрашыуында әйтелде.

— Һуңғы 20 йыл эсендә илдә булған барлыҡ үҙгәрештәр арҡаһында күп ыңғай тәжрибәне, шул иҫәптән тармаҡ фәнен юғалттыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Тармаҡ фәнен тергеҙмәй, заводтарҙа ғилми-тикшеренеү лабораторияларын булдырмай тороп, артабанғы үҫеш мөмкин түгел, тип иҫәпләйем. Донъя кимәлендәге ыңғай тәжрибә беҙгә яҡшы таныш. Күрәһең, ғилми үҙәктәр булдырыу – перспективалы йүнәлеш. Предприятиеларҙа, шул иҫәптән Күмертау авиация предприятиеһында тикшеренеү үҙәктәрен тергеҙергә әҙермен. Бәлки, республика бюджетынан тикшеренеү эшмәкәрлегенә средстволар бүлеү тураһында уйларға кәрәктер.

Президент предприятие етәкселәренә был йүнәлештә әүҙем эшләргә тәҡдим итте.

— Тикшеренеү йүнәлешенә аҡса бүлә башлаһағыҙ, эштәрегеҙ күпкә яҡшыраҡ барыр. Бындай маҡсаттарға аҡса йәлләргә ярамай, — тине республика етәксеһе.