Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Көйөргәҙе районындағы уникаль музейҙа булды

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Күмертау ҡалаһы активы менән осрашҡандан һуң (республика башлығының был осрашыуҙағы сығышының стенограммаһы менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин), урындағы блогер Ришат Исламшиндың инициативаһы буйынса Көйөргәҙе районы Шабағыш дөйөм белем биреү мәктәбендә урынлашҡан А.С.Пушкин исемендәге музейҙа булды.

Бында 35 мең экспонат бар, уларҙың барыһын да 1979 йылдан башлап рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рафиҡ Әминев йыйған. Музейҙа Александр Пушкиндың ҡулы менән яҙылған Өфө картаһы, яҙыусы төшөргән башҡорт ҡыҙы һүрәтенең күсермәһе һәм башҡа ҡиммәтле ҡомартҡылар тәҡдим ителә. Шулай уҡ экспонаттар араһында Пушкин әҫәрҙәренең иң бәләкәй китабы (ул ни бары 100 дана тираж менән баҫылған), шағир тураһында тәүге тауышһыҙ нәфис фильм, Пушкин осорондағы китаптар бар.

Рафиҡ Әминев, музейҙы башҡа кешеләр ҙә ҡарай алһын өсөн, уны икенсе урынға күсереү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап республика Президентына мөрәжәғәт итте. Рөстәм Хәмитов был мәсьәлә өҫтөндә уйларға һүҙ бирҙе. Музей авторы уны Республика милләт-ара мәҙәниәт үҙәге итеп үҙгәртергә тәҡдим итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть