6 декабрь, Шишәмбе

20 август 2013 йыл, 16:45

Өфө йәштәре делегацияһы Төркиәгә барасаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөнән йәштәр делегацияһы Төркиәгә барырға планлаштыра. MULTI халыҡ-ара программаһы сиктәрендә өфөлөләр визит менән Мерсин ҡалаһына барасаҡ.

Өфө хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 10 көн эсендә MULTI программаһында ҡатнашыусылар Мерсин ҡалаһының ғына түгел, шулай уҡ Тарсус-чай  йылғаһы буйында урынлашҡан Тарсус ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. Бынан тыш, улар өсөн түңәрәк өҫтәлдәр һәм Германия, Ҡытай, Япония, Чили Республикаһынан килгән делегациялар менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ.

Был программа Өфөлә 2009 йылдан башлап тормошҡа ашырыла һәм биш ил вәкилдәрен берләштерә. Улар – Рәсәй, Төркиә, Германия, Япония һәм Ҡытай. Программа йәштәргә сит илдәрҙән килгән тиҫтерҙәрен өйҙәрендә ҡабул итеп, аҙаҡ үҙҙәрендә ҡунаҡ булған кешеләргә барыу мөмкинлеген бирә. Бындай программа ярҙамында йәштәр сит илдәрҙең тарихы, мәҙәниәте, йолалары, көнкүреше менән таныша, белем даирәһен киңәйтә.

Бынан тәш, төрлө ил вәкилдәре бөгөн йәштәрҙе борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алыша, үҫеп килгән быуынды тәбиәләү буйынса төрлө программалар менән таныша.