Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Күмертауҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү буйынса иҫкәрмәләр яһаны

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Күмертауҙа төҙөлөп ятҡан физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны, ҡайһы бер иҫкәрмәләр яһаны. Тәү сиратта улар төҙөлөш эштәренең тәртип менән башҡарылмауына ҡағылды. «Стройтрейдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһы объектта ике йылға яҡын эшләй. Рөстәм Хәмитов бындай объекттарҙың бер йыл эсендә сафҡа индерелеүен билдәләне.

— Һеҙ кем өсөн төҙөйһөгөҙ? Кешеләр өсөн. Шуға күрә эштәр сифатлы башҡарылырға тейеш. Әлегә бында сифат тигән нәмәне күрмәйем, — тип билдәләне республика етәксеһе.

Подряд ойошмаһы Өфөлә теркәлгән, төҙөлөш эштәре менән йөҙ кеше мәшғүл. Рөстәм Хәмитов «Стройтрейдинг» ойошмаһының бығаса башҡарған эштәре менән танышасағын белдерҙе. Президент ҡала башлығына объект биләмәләренең төҙөкләндерелеү кимәленә иғтибар итергә һәм, кәмселектәр бөтөрөлмәйенсә тороп, объектты ҡабул итмәҫкә кәңәш итте.

Комплекс ағымдағы йылдың дүртенсе кварталында тапшырылырға тейеш. Әммә, бында алып барылған эштәргә ҡарағанда, ул һуңлатып сафҡа индереләсәк, тигән фекерен белдерҙе төбәк башлығы.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында өс ҡат буласаҡ, дөйөм майҙаны – 4347,63 квадрат метр. Спорт залы сменаһына 24 кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Төҙөлөп бөткәндән һуң, бассейнлы комплекс Күмертауҙың «Вымпел» спорт үҙәге» муниципаль автономиялы учреждениеһының оператив идараһына тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть