Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Республика етәксеһе Күмертауҙағы балалар майҙансыҡтарын яңынан эшләргә ҡушты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты бөгөнгө эш сәфәре барышында Күмертауҙа биш ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү барышын тикшерҙе. Ике бындай йорт ҡала үҙәгендә һүтеп алынған иҫке йорттар урынында төҙөлә. Проект буйынса биләмәне төҙөкләндереү, йәшелләндереү, балалар спорт майҙансыҡтарын булдырыу ҡаралған. Был эш бөтә ерҙә лә сифатлы башҡарылмаған. Республика башлығы төҙөүселәрҙән яңы йорттар алдында булдырылған балалар майҙансыҡтарын яңынан эшләргә ҡушты.

— Ҡара тупраҡ өҫтөндә балалар майҙансыҡтары эшләү яҡшы түгел, — тигән фекерен белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Газондар, ҡом, башҡа төрлө заманса түшәмдәр ҡулланырға була. Ә йорттар, дөйөм алғанда, яҡшы төҙөлгән.

Совет урамындағы ике күп ҡатлы йортҡа кешеләр күсмәгән әле. Фатир хужалары август аҙағында өй туйлаясаҡ. Фатирҙарҙың күпселеге һатылған. Һәр йортта 43 фатир бар, беренсе ҡаттарҙа офис бүлмәләре урынлашасаҡ.

Биләмәне төҙөкләндереү сиктәрендә төҙөүселәр йәшелләндереү, балалар спорт майҙаныҡтарын булдырыу, асфальт-бетон япмалы һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөү, автомобиль ҡуйыу урындарын булдырыу менән шөғөлләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть