8 декабрь, Кесе йома

20 август 2013 йыл, 15:08

Башҡортостан Президенты Күмертауҙа Паралимпия комплексын төҙөү идеяһын хупланы

автор: Людмила Терновая, Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Күмертауға эш сәфәре барышында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә булды. Үҙәк 12 йыл элек асылған. Унда Башҡортостандың 16 районынан балалар килә. Учреждениела 239 кеше эшләй.

Президент Баймаҡ районынан, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан һәм республиканың башҡа төбәктәренән килгән балалар менән аралашты. Улар үҙәк эшмәкәрлеген тик ыңғай яҡтан баһалай.

Төбәк башлығы шулай уҡ тегеү оҫтаханаһында булды. Унда балалар ижад менән шөғөлләнә. Рөстәм Хәмитов ашхананы, дауалау физкультураһы кабинетын, ҡышҡы баҡсаны ҡарап сыҡты. Үҙәктә тәрбиәләнгән балаларҙың ата-әсәләре учреждениела һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәп асырға тәҡдим итте.

— Бындай балалар ысынлап та күп. Был бик дөрөҫ фекер, бергәләп уйларға кәрәк, — тине республика етәксеһе.

Үҙәк директоры Рәмил Абдуллин учреждение нигеҙендә Паралимпия комплексын асыу тураһында идеяһын әйтеп ишеттерҙе. Рөстәм Хәмитов башланғысты анығыраҡ формалаштырырға тәҡдим итте.

— Бәлки, яңы майҙансыҡтар, спорт майҙандары кәрәктер. Әгәр бындай идея бар икән, уны тормошҡа ашырырға кәрәк. Беҙ мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ҡаланың Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында булды, унда урындағы халыҡ менән аралашты.