11 декабрь, Йәкшәмбе

20 август 2013 йыл, 14:35

Рөстәм Хәмитов: «Күмертау авиация предприятиеһына яңы динамика кәрәк»

автор: Людмила Терновая, Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты эш сәфәре барышында «Күмертау авиация производство предприятиеһы»нда булды.

Рөстәм Хәмитов 12-се цехта барған ремонт эштәрен тикшерҙе. Унда вертолеттар өсөн изделиелар етештерелә. Реконструкциянан һуң цехты 2014 йылдың апрелендә сафҡа индереү планлаштырыла. Яңыртылған производство Европа стандарттары буйынса йыһазландырыла. Унда 50 кеше эшләйәсәк. Предприятие заказдар ҡабул итә башлаған да инде. Етештереү ҡеүәте йылына яҡынса 60 комплект тәшкил итәсәк.

Туғыҙынсы цехта Башҡортостан Президенты эшкәртеүсе үҙәктәр участкаһын ҡараны. Рөстәм Хәмитовҡа Япониянан килтерелгән ҡорамалды күрһәттеләр. Заманса эшкәртеүсе үҙәк быйыл һатып алынған. Был машина Рәсәй өсөн уникаль булып тора.

Республика етәксеһе әҙер продукция менән танышты, предприятиеның махсус майҙансығында яңы вертолеттарҙың нисек эшләүен ҡараны. Төбәк башлығы вертолеттың техник мөмкинлектәрен баһаланы. Бындай вертолеттар оҙаҡламай Ҡытайға ебәреләсәк, унда улар янғындарҙы һүндереү өсөн ҡулланыласаҡ.

Предприятие 2013 йылда эске баҙарға, шулай уҡ сит илдәргә продукция поставкалау буйынса килешеүҙәр төҙөгән. Был юҫыҡта әүҙем эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, 2013 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҙур бурыстары теркәлгән.

— Предприятиеға яңы динамика кәрәк. Бөгөнгө көндә производствола башҡарылған эштәр генә етмәй, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.