10 декабрь, Шәмбе

20 август 2013 йыл, 12:21

Күмертау ҡалаһының күп функциялы үҙәгендә халыҡҡа 120-нән ашыу хеҙмәт төрө күрһәтелә

автор: Людмила Терновая, Алик Шакиров | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Күмертауға бөгөнгө эш сәфәре барышында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктә булды. Үҙәк 2012 йылдың октябренән эшләй, был ваҡыт эсендә ҡала халҡына 30 меңгә яҡын хеҙмәт күрһәтелгән. Учреждениела халыҡҡа йәмғеһе 121 хеҙмәт төрө күрһәтелә. Үҙәк граждандар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге күсемһеҙ милек теркәүгә һәм сит ил паспорты әҙерләүгә ҡағыла.

Республика етәксеһе хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн төп бүлмәне, юридик хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн айырым залды, балалар бүлмәһен, кафетерийҙы ҡараны.

— Күмертауҙа бындай Үҙәк асып, бик яҡшы эшләнегеҙ. Халыҡҡа бындай учреждение кәрәк, — тине Президент.