3 декабрь, Шәмбе

20 август 2013 йыл, 12:02

Республика Президенты Күмертауҙағы «Башҡортостан аҙыҡ-түлек комбинаты»нда булды

автор: Людмила Терновая, Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Күмертауға юлланды. Программала ҡаланың социаль әһәмиәтле объекттарына барыу һәм халыҡ менән осрашыу ҡаралған.

Республика етәксеһе «Башҡортостан аҙыҡ-түлек комбинаты»нда булды. Президент предприятиеның етештереү цехтарын, тирмәнде ҡараны. Бөгөнгө көндә бында 10 төрҙән ашыу макарон изделиелары, шулай уҡ төрлө ярмалар етештерелә.

Рөстәм Хәмитов предприятиела ҡулланылған сеймал хаҡында ҡыҙыҡһынды. Нигеҙҙә, эшкәртеүселәр республикала етештерелгән он менән эш итә, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән килтерелгән сеймалды ҡуллана.

Бөгөнгө көндә «Башҡортостан аҙыҡ-түлек комбинаты»нда эшләгән 40 кеше айына 60 тонна продукция етештерә. Әммә предприятиеның айына бер мең тоннаға тиклем продукция етештереү мөмкинлеге бар. Тик ҡоролоҡ арҡаһында бында сеймал дефициты күҙәтелә.