6 декабрь, Шишәмбе

20 август 2013 йыл, 11:31

Башҡортостан аграрийҙары бер миллион тонна иген һуғып алған

автор: Розалия Вәлиева

Уңыш йыйыу өсөн уңайлы булмаған һауа шарттарына ҡарамаҫтан, Башҡортостан аграрийҙары бер миллион тонна иген һуғып алған. Был хаҡта республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында «Телеүҙәк» тапшырыуының тура эфирында хәбәр итте.

— Сәсеү майҙандарының 35 процентында иген урып йыйылған, — тип хәбәр итте Николай Коваленко. — Башлыса өс миллион тоннанан ашыу иген йыйып алырға планлаштырылғайны. Бының өсөн сәсеү майҙандарын ҙурайттыҡ, минераль ашламалар менән дә ҡыйынлыҡтар килеп тыуманы, аграрийҙар заманса технологиялар ҡулланды. Әммә яҙ аҙағында һәм йәй уртаһына тиклем 50 көн ямғыр яумауы пландарыбыҙға үҙгәрештәр индерҙе. Быға ҡарамаҫтан, яҡшы уңыш йыйып алыуға ышаныс бар: 35 процент майҙандан бер миллион тонна иген һуғып алыу йәмғеһе 2 миллион 400 мең тонна күләмендә уңыш йыйып алынасағына ышанырға мөмкинлек бирә. Әлбиттә, был һандарға ужым культуралары ла инә. Уртаса уңыш гектарынан 20 центнер тәшкил иткәндә, уларҙың уңышы — гектарынан 30-32 центнер. Үҫтерелгән уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу бөгөнгө көндә беҙҙең төп бурыс булып тора.

Николай Коваленко һүҙҙәренсә, республикаға был иген етәсәк: орлоҡҡа — яҡынса 500 мең тонна, фураж өсөн – бер миллион тонна, сәнәғәт эшкәртеүенә 80 мең тонна кәрәк. Ҡалғаны он, ярмалар өсөн эшкәртеләсәк һәм һатыуға сығарыласаҡ.