6 декабрь, Шишәмбе

20 август 2013 йыл, 10:23

Бүздәк районында 10500 баш һыйырға иҫәпләнгән уникаль комплекс төҙөләсәк

автор: Алик Шакиров

Бүздәк районында10500 баш һыйырға иҫәпләнгән уникаль комплекс төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта кисә, 19 августа, Бүздәк районы хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә һөйләшеп килешелде. Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев, Милли һөт етештереүселәр союзы идараһы президенты, РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, «ДАМАТЕ» агросәнәғәт комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Директорҙар советы ағзаһы Алексей Даниленко, Бүздәк районы хакимиәте башлығы Радик Хазиев һәм «ДАМАТЕ» компанияһы белгестәре ҡатнашты.

Эрнст Исаев Хөкүмәттең был проектты республика ярҙамы программаһына индерергә әҙер булыуын билдәләне.

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Радик Хазиев белдереүенсә, ер участкалары бүлеүгә бәйле һәм башҡа мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителәсәк. «ДАМАТЕ» компанияһының яңы комплексы өсөн Ғафури ауыл советының Комсомол ауылы эргәһендә майҙан һайланған.

Алексей Даниленко һүҙҙәренсә, проект буйынса планлаштырылған технологиялар Рәсәйҙә бығаса ҡулланылмаған. Комплекс 100 гектар майҙанды биләйәсәк, йәнә 30 мең гектар мал аҙығы етешереү өсөн кәрәк буласаҡ. Бында 10500 баш голштин-фриз тоҡомло һыйыр аҫраласаҡ. Дөйөм алғанда, тәүлегенә 287 тонна һөт йәки йылына 105 мең тонна һөт етештереү планлаштырыла.

Малды бәйһеҙ аҫрау өсөн ике һыйыр аҙбарынан тыш, комплекс «Карусель» тип аталған ике һауыу залын (һәр береһе 80 һауыу урынына иҫәпләнгән), «Параллель» тип аталған ике һауыу залын (һәр береһе 32 һауыу урынына иҫәпләнгән), тиреҫ сығарыу буйынса заманса системаны үҙ эсенә ала. Бынан тыш, Рассвет ауылы эргәһендә мал үрсетеү буйынса генетика үҙәген төҙөү планлаштырыла.

Проектҡа һалынасаҡ инвестиция күләме 8 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк, тип хәбәр итте «Буздякские новости» район гәзите мөхәррире Данил Туҡтамышев.