5 декабрь, Дүшәмбе

20 август 2013 йыл, 9:41

Силәбелә Башҡорт балы көндәре үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбелә «Башҡорт балы көндәре» тип аталған йәрминкә үтте. Уны ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге сығыш яһаны.

Башҡортостандан килгән 20-гә яҡын умартасы йәрминкәлә балдың төрлө сорттарын һәм умартасылыҡ продукттарын тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар шифалы ризыҡтан ауыҙ итте. Ә умартасылар «Иң яҡшы бал» конкурсында ҡатнашты. Бынан тыш, теләүселәр бал ҡорто аҫрау буйынса белгестәрҙән консультация алды.

Башҡорт балының килоһы яҡынса 300 һумға тәҡдим ителде, Рәсәйҙең баш ҡалаһында ул ике тапҡырға ҡиммәтерәк һатыла.

Йәрминкәлә республиканың төрлө райондарынан килгән иң яҡшы умартасыларҙың продукцияһы тәҡдим ителде, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин.