Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Благовар районында булды

Йәмғиәт

19 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Благовар районында «Дмитриевка» сусҡасылыҡ комплексын төҙөү буйынса инвестиция проектының презентацияһында булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостанда йылына 70 мең тонна сусҡа ите етештереү һәм эшкәртеү буйынса биш заманса сусҡасылыҡ комплексы төҙөү буйынса инвестиция проектын «Таврос» идара компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тормошҡа ашыра. Бынан тыш, проект йылына 230 мең тонна продукция етештерәсәк ҡатнаш аҙыҡ цехын, 90 мең тонна иген һалырлыҡ элеваторҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ йылына 1 миллион баш мал һуйыу һәм ит эшкәртеү буйынса комплекс төҙөү планлаштырыла. Объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу срогы – 2015 йыл. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу меңдән ашыу эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Проекттың дөйөм хаҡы – 12,5 миллиард һум. Әлеге ваҡытта 3,4 миллиард һум аҡса һалынған. Хөкүмәт комиссияһы ҡарары буйынса, проектка дәүләт ярҙамы күләме 2,6 миллиард һум тәшкил итәсәк. БР Хөкүмәтендә субсидия биреү тәртибе тураһында ҡарар әҙерләнә.

Бөгөнгө көндә сусҡасылыҡ комплексының беренсе сираты сафҡа индерелгән. Рөстәм Хәмитов предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты – бында 156 кеше эшләй, — һәм сусҡа аҫрау технологиялары менән танышты.

«Республика комплекс төҙөүҙә ярайһы уҡ ҙур ярҙам күрһәтә. Бындай ярҙам артабан да күрһәтеләсәк», – тине Башҡортостан Президенты.

Район үҙәге Языков ауылында Рөстәм Хәмитов Благовар районы халҡы менән аралашты. Осрашыу барышында республика башлығы, райондың күтәрелеш алдында тороуына ышанам, тип билдәләне. «Район ҙур мөмкинлектәргә эйә. Бында ҙур, ҡеүәтле хужалыҡтар бар. Өфөнөң эргәлә булыуы агросәнәғәт өлкәһенең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Благовар районы уңышлы үҫешәсәк, тип ышанам», тине республика етәксеһе. Рөстәм Хәмитовтың был осрашыуҙағы сығышының стенограммаһы төбәк башлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть