6 декабрь, Шишәмбе

19 август 2013 йыл, 14:00

Илеш районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында яңы спорт комплексы асылды.

Физкультура-сәләмәтләндереү комплексы 2011 йылда Башҡортостан Республикаһының Социаль-маҡсатлы программалары фонды ярҙамында төҙөлә башлаған. Проектты тормошҡа ашырыуға «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 91 миллион һум аҡса бүлгән.

Бинаның дөйөм майҙаны 2366,8 квадрат метр тәшкил итә. Комплекс сменаһына 83 кешене хеҙмәтләндерә ала.

Учреждениены асыу тантанаһында Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, республика Президенты ярҙамсыһы Камила Дәүләтова, РФ субъекттарының власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса департамент директоры Константин Чистяков ҡатнашты.

— Бөгөн Илеш ерендә ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға, байрам – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән физкультура-сәләмәтләндереү комплексы үҙ ишектәрен аса, — тине Илдар Мостафин. – Әлбиттә, «Башнефть» компанияһына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Был комплекс уларҙың көсө һәм средстволары ярҙамында төҙөлдө. Бындай объект асыу районда спортты үҫтереүгә ҙур булышлыҡ итәсәк, тип ышанам. Республика һәм социаль-маҡсатлы программалар фонды етәкселегенә айырым рәхмәт белдерәм.

Учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, унда тренажер залы, душ кабиналары, ял итеү зоналары, буфет урынлашҡан. Комплекс биләмәһендә хоккей ҡумтаһы бар.

Сара һуңында байрам ҡунаҡтары һәм урындағы халыҡ өсөн мини-футбол матчы ойошторолдо.