4 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2013 йыл, 13:29

Стәрлетамаҡ районында йәштәр араһында иң яҡшы балыҡсы билдәләнде

автор: Арина Рәхимҡолова

Стәрлетамаҡ районының Веденовка быуаһында йәштәр араһында тәүгә балыҡ тотоу буйынса «Йәш балыҡсы-2013» ярышы үтте. 14-18 йәштәрҙәге 30 балыҡсы чемпион исеме өсөн көс һынашты.

Ике сәғәт дауамында егеттәр ҡармаҡ менән балыҡ тотто. Һөҙөмтәлә иң күп балыҡ тотоусы еңеүсе тип билдәләнде. Шулай итеп, «Иң йәш балыҡсы» номинацияһында Алексей Парфенов дипломға һәм призға лайыҡ булды. Иң ҙур балыҡ тотҡаны өсөн — Иван Тихонов, ә иң бәләкәй балыҡ өсөн Константин Миронов приз менән бүләкләнде. Өсөнсө урынға – Владислав Яфтурин, икенсе урынға Айҙар Кәримов лайыҡ булды. Ә «Йәш балыҡсы-2013» ярышында еңеүсе тип Булат Нәғимов танылды. Ул тотҡан балыҡтың дөйөм ауырлығы 1 килограмм 962 грамм тәшкил итте.

Сараны ойоштороусылар булып Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм Физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты сығыш яһаны.