9 декабрь, Йома

19 август 2013 йыл, 13:05

Ғафури районының Ҡотлоғужа ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Ғафури районының Ҡотлоғужа ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте.

Сараға ауыл халҡы яҡшы әҙерләнгән: йорттарын, ихаталарын, ауыл биләмәһен төҙөкләндергән. Ауыл хакимиәте башлығы Юнир Әхмәров һәм ауыл старостаһы Рәүис Халиков ауылды төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә, шулай уҡ байрамды ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Байрамға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән яҡташтар йыйылды. Урындағы халыҡ ҡунаҡтарҙы байрам өҫтәлдәре менән ҡаршы алды, улар өсөн халыҡ ижады тауарҙары күргәҙмәһе ойошторолдо. Сара сиктәрендә иң яҡшы ихатаға, иң яҡшы йортҡа, шулай уҡ иң яҡшы хужаға бәйгеләр үткәрелде. Еңеүселәр дипломдар һәм бүләктәр менән тәбрикләнде.

Байрам ҡунаҡтары өсөн матур концет ойошторолдо. Афғанстан һәм Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарына «Яугир-интернационалист» һәм «Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы» миҙалдары тапшырылды.

темалар: байрамдар