Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала ял көндәрендә дүрт кеше батып үлгән

Хәл-ваҡиғалар

Үткән ял көндәрендә республикала һыуҙа дүрт бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Батып үлгәндәрҙең барыһы ла иҫерек килеш һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу ингән, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Өфөлә йөҙә белмәгән 17 йәшлек ҡыҙ батып үлгән. Архангел районының Казанка ауылынан 29 йәшлек ҡыҙ Инйәр йылғаһы аша йөҙөп сығырға ниәтләгән. Шулай уҡ 29 йәшлек Илеш районы егете дуҫтары менән ял иткәндә күлдә батып үлгән. Әбйәлил районынан 56 йәшлек ир ҡатыны менән Яҡтыкүлдә ял иткәндә абайламай ярҙан һыуға ҡолап төшкән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть