Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Рәсәй йыйылма командаһы өсөн спортсылар әҙерләүгә 4,6 миллион һум аҡса аласаҡ

Сәйәсәт

Рәсәй йыйылма командалары өсөн спортсылар әҙерләү менән шөғөлләнгән спорт ойошмаларына адреслы финанс ярҙамы күрһәтеү маҡсатында йыл аҙағынаса республика ҡаҙнаһына федераль бюджеттан 4 миллион 623 мең һум аҡса күсереләсәк. Тейешле бойороҡҡа Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Был маҡсаттарға федераль үҙәктән Рәсәй төбәктәренә йәмғеһе 360 миллион һум аҡса бүленә.

Финанс ярҙамы Олимпия һәм Паралимпия уйындарына индерелгән спорт төрҙәре буйынса тренировкалар үткәреү, Рәсәй беренселектәрен үткәргәндә спортсыларҙы ашатыу һәм йәшәү урыны менән тәьмин итеү, физик культура һәм спорт өлкәһендә эшләгән белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү, спорт ҡорамалдары һәм инвентары һатып алыу буйынса төбәктәрҙең сығымдарын ҡушып финанслау өсөн ҡаралған.

Бойороҡ положениеларын тормошҡа ашырыу 2013 йылда 1188 учреждениела Рәсәй йыйылма командаһының спорт резервына ингән 55 мең спортсыны әҙерләү буйынса сараларҙы үтәргә мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть