4 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2013 йыл, 9:27

Өфөлөләр «Һөт иле-2013» фестиваленә саҡырыла

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә 31 августа өсөнсө «Һөт иле-2013» бөтә Рәсәй фестивале үтә. Йола буйынса, ул Ленин исемендәге майҙанда ойошторола.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, малсылыҡ фермаһы, һөт кафеһы, сәләмәтлек һәм матурлыҡ академияһынан тыш, байрамда яңы майҙансыҡтар ҙа эшләйәсәк.

Сараны ойоштороусылар булып БР Ауыл хужалығы министрлығы, төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Башҡортостандың һөтсөлөк союзы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙммәттең БР буйынса идаралығы ярҙамында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, Милли һөт етештереүселәр союзы сығыш яһай.

Байрам тураһында тулыраҡ мәғлүмәт фестивалдең рәсми сайтында урынлаштырылған.