Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Борай районында «Йәйғор» республика балалар ижады конкурсында еңеүселәр билдәләнде

Мәҙәниәт

Борай ауылында IV «Йәйғор» республика балалар-үҫмерҙәр ижады конкурсы үтте. Һайлап алыу турынан һуң финалға 60-ҡа яҡын коллектив һәм башҡарыусы сыҡты, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. 15 августа 500-гә яҡын йәш артист — вокалсылар, бейеүселәр, яттан шиғыр һөйләүселәр, музыканттар, акробаттар, гимнастар, цирк артистары үҙ һәләттәрен күрһәтте.

Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе Александр Кузьменко етәкселегендәге жюри составында театр режиссеры Мәсәлим Күлбаев, композитор Нур Даутов, журналист Азамат Юлдашбаев һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина булды.

Шулай итеп, Борай районының «Инеш» вокал ансамбле Гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урынды – Белорет районынан Эльвина Сәлихова, икенсе урынды – Дүртөйлө районының Инвалидтар йорт-интернаты ансамбле һәм Өфө районынан Ирина Гуц, өсөнсө урынды Әлиә Йәнбирҙина (Әбйәлил районы), Айназ Минәзева (Борай районы), Рената Ҡарлыханова (Бәләбәй) һәм Эльвина Исламова (Салауат районы) лайыҡ булды.

Еңеүселәргә наградаларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Шулай уҡ ун дипломант тәбрикләнде. Бөтә финалсылар дипломдар менән бүләкләнде. Гала-концерт алдынан бәйгелә ҡатнашыусылар Борай районының иҫтәлекле урындарында булды, ә коллектив етәкселәре һәм уҡытыусыар балалар ижадын үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть