Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә ирекмән статусын билдәләргә тәҡдим иттеләр

Сәйәсәт

Башҡортостанда законлы нигеҙҙә ирекмән статусын билдәләргә тәҡдим иттеләр. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам итеү кәрәклеге тураһында республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуында әйтелде.

— Республикала яҡшы, ыңғай тәжрибә тупланды, ирекмәндәр яҡшы эш күрһәтте, — тип билдәләне БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Наталья Солодилова. – Әммә бөгөн волонтерлыҡ институты бик үк әүҙем үҫтерелмәй, тиергә була. Был әлегә тиклем ирекмән статусының булмауына бәйле. Мәсьәләне хәл итеп, әлеге категория кешеләрен гарантиялар менән тәьмин итә алыр инек. Был мәсьәләне ентекле тикшереү һәм хоҡуҡи нормалар менән нығытыу зарур.

— Ирекмәндәрҙең яҡшы эш алып барыуы менән килешәм, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бәлки, ысынлап та, уларҙың статусын билдәләгән документ кәрәктер. Беҙҙә йәштәрҙе берләштергән идеялар күп түгел. Ә волонтерлыҡ бындай яҡшы йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Ирекмәндәр хәрәкәте буйынса мәсьәлә әлеге ваҡытта Рәсәй кимәлендә лә тикшерелә. Көҙгө сессияла Дәүләт Думаһында «Волонтерлыҡ тураһында»ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа тикшереү планлаштырыла. Документ ирекмәндәр эшмәкәрлегенең төп принциптарын һәм төрҙәрен, уның маҡсаттарын һәм бурыстарын, тормошҡа ашырыу формаларын һәм тәртибен, шулай уҡ ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам сараларын билдәләй. Закон 2014 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк, тип көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть