9 декабрь, Йома

16 август 2013 йыл, 13:24

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге яңы объекттар менән тулыланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге яңы объекттар менән тулыланды. БР Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағындағы Республиканың инвестиция проекттарын тикшереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса комиссияһы йәнә ете бындай проектты хупланы.

Улар араһында — «Ласселсбергер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү ҡеүәтен арттырыу» (проект инициаторы — «Ласселсбергер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте); «Кушнаренко районында йылына 130 мең тонна бройлер ите етештереү буйынса ҡошсолоҡ комплексын төҙөү» (инициаторы — «БашБройлер» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте); «Иген культураларын һәм үҫемлектәр биомассаһын тәрән эшкәртеү комплексын төҙөү» проекты (инициаторы — «Биосистема» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте).

Ҡалған дүрт проектты «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тәҡдим иткән.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә бөгөнгө көндә 80 проект иҫәпләнә, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 490 миллиард һум тәшкил итә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә 42 мең яңы эш урыны булдырыу ҡаралған.