4 декабрь, Йәкшәмбе

16 август 2013 йыл, 12:45

Республика Президенты эш сәфәре менән Ишембай, Белорет райондарына һәм Межгорье ҡалаһына юлланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ишембай, Белорет райондарына һәм Межгорье ҡалаһына юлланды.

Сәфәр барышында республика Президенты Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың Ишембай районы Ҡолғона ауылындағы Ижад йортона барырға, Белорет районында юлдар төҙөү барышы менән танышырға планлаштыра.

Межгорьела Рөстәм Хәмитов урындағы халыҡ менән осрашасаҡ, шулай уҡ социаль объекттарға барасаҡ. Улар араһында «Йәшлек» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, ҡаланың 2-се урта мәктәбе һәм «Төҙөүсе» стадионы.