9 декабрь, Йома

16 август 2013 йыл, 12:29

Баш ҡаланың «Ихлас» мәсете алты телдә альманах сығарҙы

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөнөң «Ихлас» мәсете алты телдә альманах сығарҙы. Баҫма ғибәҙәтханаға 15 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителде һәм уның тарихына арналған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был мөһим ваҡиғаны баш ҡала мосолмандары ағымдағы йылдың июлендә билдәләгәйне.

Альманахты рус, ғәрәп, башҡорт, татар, төрөк һәм инглиз телдәрендә уҡырға була. Унда «Ихлас»тың тарихы, мәсеттең имамдары, унда үткәрелгән мөһим ваҡиғалар тураһында бәйән ителә, шулай уҡ Ислам дине тарихынан ҡыҙыҡлы факттар һәм башҡа төрлө мәғлүмәт урынлашҡан. Альманахтың редакция коллегияһы уҡыусыларҙы Башҡортостандың билдәле шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәре менән таныштырыу маҡсатында унда Марат Кәрим, Рауил Бикбаев, Дилә Булгакова, Земфира Муллағәлиева, Әсхәр Кәшфуллин һәм башҡа әҙиптәрҙең ижад емештәрен урынлаштырған.

«Ихлас Шәриф» 1000 дана тираж менән баҫылды. Проектты тормошҡа ашырыуға Ислам мәҙәниәтенә, ғилеменә һәм мәғарифына ярҙам фонды булышлыҡ иткән.

темалар: дин,ислам