11 декабрь, Йәкшәмбе

16 август 2013 йыл, 11:50

Әбйәлил районында заманса ер эшкәртеү системаларын ҡулланыу мәсьәләһен тикшерәләр

автор: Галина Бахшиева

Әбйәлил районының «Красная Башкирия» ауыл хужалығы етештереү кооперативы нигеҙендә No-till һәм Strip-till технологиялары буйынса заманса ер эшкәртеү системаларын ҡулланыу буйынса төбәк-ара фәнни-ғәмәли семинар үтә.

Уның эшендә БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, ғалимдар, республика райондарының хужалыҡ етәкселәре, Силәбе, Волгоград, Һарытау өлкәләренең һәм Татарстандың ауыл хужалығы ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хемәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк-ара семинарҙа ҡатнашыусылар тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Бынан тыш, белгестәр тупраҡты нуль технологияһы буйынса эшкәртеүҙә ҡулланылған заманса ауыл хужалығы техникаһы мөмкинлектәре менән танышасаҡ, шулай уҡ әлеге технология буйынса эшкәртелгән сәсеүлек майҙандарын ҡараясаҡ.