5 декабрь, Дүшәмбе

16 август 2013 йыл, 11:06

Өфөлә Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы ағзалары үҙ проекттары менән таныштырҙы

автор: Алик Шакиров

Шаршамбы, 14 августа, Өфөнөң «Президент отель» комплексында БР Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы топ-клубының сираттағы ултырышы үтте. Унда Ассоциация ағзаларының проекттары тикшерелде. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре республикала ғына түгел, донъя кимәлендә лә уңышлы тормошҡа ашырыла.

«Колос» бизнес-инкубаторы директоры Ренат Мамаевтың «Йәнле ауыл» проекты ауылдарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Проект республиканың Нуриман районында һәм башҡа төбәктәрендә урындағы хакимиәттәр ярҙамы менән әүҙем тормошҡа ашырыла. Биләмәләрҙең эске мөмкинлектәрен файҙаланып, уларҙы үҫтереү проекттың төп маҡсаты булып тора.

Киләһе «LikeLik» исемле проект менән уның төбәктәге етәксеһе Эдуард Филиппов таныштырҙы. Партнерҙар клубы проекты хеҙмәттәр күрһәтеү тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ул ҡалаларҙың мәҙәниәт һәм күңел асыу мөмкинлектәрен берләштерә.

Башҡортостан Республикаһының Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы президенты Азамат Ғөбәйҙуллин бер юлы бер нисә проект тураһында һөйләне.

РФ Хөкүмәте бойороҡтарын үтәү сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» проекты илдә булдырылған инвестицион мөхиттең бөгөнгө торошон күҙ алдына килтерергә, шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡтың заманса механизмдарын тәҡдим итергә мөмкинлек бирә.

Завод төҙөү буйынса «Ҡыҙылхан» («Иван-чай») проекты ҡыҙылхан йыйыу һәм ҡаптарға төрөү йүнәлешен үҫтерәсәк. Киләсәктә ул шулай уҡ ҡырҙа үҫкән емеш-еләкте эшкәртеүҙе күҙ уңында тота.

Сара БР Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһының вице-президенты, «АРТ Директор» агентлығы етәксеһе Азат Ниғәмәтйәнов тәҡдим иткән «НУР-ТУР» проектының презентацияһы менән тамамланды. Был проект Нуриман районында туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән. Бының өсөн төбәктә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, тип иҫәпләй проект етәксеһе. Презентациялар барышында топ-клуб ағзаларына проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға тәҡдим ителде, тип хәбәр иттеләр БР Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән.