3 декабрь, Шәмбе

16 август 2013 йыл, 9:54

Ташҡындан зыян күргән төбәктәргә ярҙам күләме арттырыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

РФ Хөкүмәтенә ташҡындан зыян күргән төбәктәргә ярҙам күләмен ярайһы уҡ арттырырға ҡушылды. Алыҫ Көнсығыш, Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең ташҡындан зыян күргән төбәктәренә РФ Хөкүмәтенең резерв фондынан средстволар бүлеү мәсьәләһе кесе йома Хөкүмәт ултырышында тикшерелергә тейеш ине.

Әммә ултырышта ҡатнашырға тейеш кешеләрҙең күбеһенең командировкаларҙа булыуы, шулай уҡ Алыҫ Көнсығыштағы ташҡынға бәйле мәсьәләләрҙе оператив режимда хәл итеүҙә ҡатнашыуы сәбәпле кесе йомаға планлаштырылған Хөкүмәт ултырышы үткәрелмәне, тип хәбәр итә «Интерфакс», министрҙар кабинеты аппаратындағы сығанаҡҡа һылтанма яһап.

Быға тиклем РФ Президенты Владимир Путин энергетика министры Александр Новакка һәм «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Евгений Додҡа Благовещенскиға осорға ҡушҡайны. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Владимир Пучковҡа һәм оборона министры Сергей Шойгуға ташҡындан зыян күргән райондарға өҫтәмә көстәр һәм средстволар ебәрергә ҡушылғайны. Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцоваға президент бәләгә тарыған халыҡҡа ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн, шулай уҡ санитар-эпидемиологик хәлде нормала тотоу буйынса саралар күрергә ҡушты.