9 декабрь, Йома

16 август 2013 йыл, 9:20

Башҡортостанда II «Урал аръяғы-2013» инвестиция форумы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2013 йылдың 22 һәм 23 ноябрендә «Урал аръяғы-2013» инвестиция форумын үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү, Урал аръяғы иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү форумдың төп маҡсаттары булып тора.

Ойоштороу комитетын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкләне. 2013 йылдың 1 сентябренә тиклем ойоштороу комитеты Башҡортостан Хөкүмәтенә инвестиция форумына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса төп саралар планы һәм концепция проекттарын тәҡдим итергә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге «Урал аръяғы» инвестиция форумы үткән йылдың июнендә Сибайҙа үткәйне.

Дөйөм алғанда, унда Башҡортостан Хөкүмәте, район хакимиәттәре һәм инвесторҙар араһында йәмғеһе 7,6 миллиард һумға хеҙмәттәшлек тураһында 11 килешеү төҙөлдө. Бөгөнгө көнгә был проекттар сиктәрендә 830 миллион һум файҙаланылған, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.