4 декабрь, Йәкшәмбе

15 август 2013 йыл, 16:18

Республиканың 42 районында ужым культураларын сәсеүгә төштөләр

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың 42 районында ужым культураларын сәсеүгә төштөләр. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала сәсеү эштәре әлегә 30 мең гектар майҙанда башҡарылған, планға ҡарата был биш процент тәшкил итә.

Краснокама, Көйөргәҙе, Миәкә һәм Тәтешле райондарында был эш яҡшы темптар менән бара. Сәсеү эштәре әлеге төбәктәрҙә 12-19 процент майҙанда тамамланған.

Сәсеү эштәре менән бер рәттән Башҡортостан аграрийҙары башҡа баҫыу эштәре, шул иҫәптән орлоҡто ағыулау һәм баҫыуҙарҙы эшкәртеү менән мәшғүл.

Шулай итеп, республика хужалыҡтарында бөгөнгө көнгә 27 мең тонна орлоҡ ағыу менән эшкәртелгән, планға ҡарата был 45 процент тәшкил итә.