10 декабрь, Шәмбе

15 август 2013 йыл, 15:00

Төбәктә Волга буйы федераль округының тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары матбуғат хеҙмәттәренең I съезы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә 21 һәм 22 августа Волга буйы федераль округындағы тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының матбуғат хеҙмәттәре вәкилдәренең беренсе съезы үтә.

Округтағы тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының матбуғат хеҙмәттәре вәкилдәренән тыш, сарала федераль һәм республика баҫмалары журналистары, экология журналистикаһы өлкәһендәге эксперттар ҡатнашасаҡ.

— Съезд Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының төп сараларының береһе булып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова. – Ул дәүләт власы органдарының киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара килешеп эш итеүе өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ был йүнәлештәге эшмәкәрлекте камиллаштырыу буйынса бергәләп тәҡдимдәр әҙерләү сараның төп маҡсаттарының береһе булып тора.

Съезд программаһында тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының матбуғат хеҙмәттәре эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса түңәрәк өҫтәл үткәреү, шулай уҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты биләмәһе буйлап матбуғат туры ойоштороу ҡаралған.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түңәрәк өҫтәл ултырышында экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшереләсәк. Съезд һуңында унда ҡатнашыусылар ғәмәлдә ҡулланыу маҡсатында тейешле тәҡдимдәр индерәсәк.