Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3788 һум тәшкил итә

Иҡтисад

Башҡортостанда 2013 йылдың июлендә эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3788 һум тәшкил итте. Был эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменең 50 процентына тиң.

БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен эшһеҙҙәрҙең – 32 проценты, максималь күләмен 42 проценты ала.

Сағыштырыу өсөн. 2012 йылдың июлендә республикала эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3563 һум тәшкил итте.

2013 йылдың 1 авгусына ҡарата Башҡортостанда, дөйөм алғанда, рәсми рәүештә теркәлгән 23,6 меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнде. Уларҙың 43 проценты – ауыл халҡы.

Ағымдағы йылдың башы менән сағыштырғанда, төбәктә эшһеҙҙәр һаны 2,9 мең кешегә кәмегән, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть