9 декабрь, Йома

15 август 2013 йыл, 12:32

Республика делегацияһы Ҡазанда төбәк-ара «урман» форумында ҡатнаша

автор: Галина Бахшиева | фото: Айбулат Ғәйнуллин

Татарстандың баш ҡалаһында кисә, 14 августа, VI «Урман һәм кеше — Ҡазан» төбәк форумы асылды. Ул 16 авгусҡа тиклем эшләйәсәк. Сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша.

Форум «Ағас эшкәртеү-2013» махсуслаштырылған күргәҙмәһен үткәреү сиктәрендә ойошторола. Күргәҙмә РФ Хөкүмәте, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Федераль урман хужалығы агентлығы, шулай уҡ Рәсәйҙең Урман сәнәғәтселәре һәм урман экспортерҙары берлеге ярҙамында үткәрелә.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин һүҙҙәренсә, төбәк-ара форумда күп төрлө темалар тикшереләсәк. Улар араһына – урман сәнәғәте комплексының бөгөнгө торошо, өҫтөнлөклө инвестиция проекттары һәм урман хужалығына дәүләт ярҙамы саралары, Волга буйы федераль округында урман ресурстарын файҙаланыу һәм тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү.

Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл артында илдәге урман комплексының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен, шулай уҡ Рәсәй Президентының 2013 йылдың апрель айындағы бойороҡтарын үтәү сиктәрендә федераль дәүләт урман күҙәтеүен камиллаштырыу мәсьәләһен тикшерәсәк.