11 декабрь, Йәкшәмбе

15 август 2013 йыл, 12:03

Төбәктә мәктәп уҡыусыларын бал менән тәьмин итеү буйынса программа әҙерләнәсәк

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары Президенттың республика мәктәптәре уҡыусыларын бал менән тәьмин итеү буйынса программа әҙерләү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Бындай тәҡдим Рөстәм Хәмитовтың БР өсөнсө саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуында әйтеп ишеттерелде.

— Бөтә мәктәп уҡыусыларын бал менән тәьмин итеү тигән идеям бар, — тине Президент. – Ҡайһы бер балаларҙың балға аллергияһы бар, әммә был уҡыусыларҙың 10 процентына ғына ҡағыла. Ҡалған балалар бал ашай ала. Был проектты нисек тормошҡа ашырыу тураһында уйларға кәрәк. Быны хәйриә эшмәкәрлеге йәки маҡсатлы финанслау аша ғәмәлләштерергә була. Башланғыс мәктәптән башларға мөмкин.

Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илгиз Кәлимуллин һөйләүенсә, Иглин районында умартасылар был мәсьәләне тикшергән дә инде.

— Районда был хаҡта фекер алыштыҡ. Мин, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы булараҡ, коллегаларыма мәктәптәр өҫтөнән шефлыҡ алырға тәҡдим итәм.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса был идеяны бер-ике район кимәлендә һынап ҡарарға тигән ҡарар ҡабул ителде. Уңышҡа өлгәшкән осраҡта, ул бөтә республика буйлап йәйелдереләсәк.