8 декабрь, Кесе йома

15 август 2013 йыл, 11:26

Башҡортостан паралимпиясылары йөҙөү буйынса донъя чемпионатында «көмөш» яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Канаданың Монреаль ҡалаһында хәрәкәт-таяныу аппараты зарарланған, күреү һәләте насар булған һәм интеллектуаль кәмселектәре булған спортсылар араһында йөҙөү буйынса донъя чемпионаты үтә.

Ярыштарҙа донъяның 60 иленән 650-гә яҡын кеше ҡатнаша.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан спортсылары — Анна Кришина, Михаил Зимин һәм Александр Неволин-Светов сығыш яһай.

Александр Неволин-Светов (һуҡырҙар спорты) 100 метрлыҡ дистанцияла ирекле стилдә йөҙөү буйынса «көмөш» яуланы.

Михаил Зимин (һуҡырҙар спорты) шундай уҡ дистанцияла брасс стиле менән йөҙөү буйынса шулай уҡ икенсе урынға лайыҡ булды.