5 декабрь, Дүшәмбе

15 август 2013 йыл, 10:50

Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС саммитарына объекттар төҙөү барышы менән танышты [ВИДЕО]

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарына объекттар төҙөү һәм реконструкциялау барышы менән танышты. Билдәле булыуынса, Каруанһарай эргәһендә — «Holiday Inn» отеле, Конгресс-холл янында «Хилтон» ҡунаҡханаһы төҙөлә, шулай уҡ «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы һәм Конгресс-холл бинаһы реконструкциялана.  

Барлыҡ объекттарҙа эштәр графиктан алда бара. Мәҫәлән, Конгресс-холл янындағы ҡунаҡханала төп төҙөлөш эштәрен график буйынса 2014 йылдың мартында тамамлау планлаштырылғайны. Әммә, төҙөүселәр һүҙҙәренсә, эштәр ғинуарҙа уҡ тамамланасаҡ.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында «Өфө» йылға портында булды. Бында ул йылға порты етәкселеге менән территорияны үҫтереү тураһында һөйләште. Асыҡланыуынса, бүлмәләрҙә ҡуртымсылар урынлашҡан. Порт тулы ҡеүәтенә эшләмәй — «Өфө — Мәскәү» рейсына һуңғы пассажир 20 июлдә юлланған. Әлеге ваҡытта пароходтар был йүнәлештә Дүртөйлөнән ҡуҙғалып китә.

Рөстәм Хәмитов Өфө етәкселегенә йылға порты территорияһын «йәнләндереү һәм тергеҙеү» өсөн саралар уйлап табырға ҡушты.